

Төнгө сәғәт берҙә Әбйәлил районында, Магнитогорск-Кусем руднигы автоюлының икенсе саҡрымында, 17 йәшлек мотоциклист юлда торған йәйәүлене тапай. Магнитогорск ҡалаһынан 42 йәшлек ирҙең кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған. Ул "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән.
Мотоциклистың водитель танытмаһы юҡ.
Төн уртаһында Благовещен районының Николаевка ауылында билдәһеҙ водитель 41 йәшлек ҡатынды тапап, авария урынынан ҡаса. Йәйәүле, яңғыҙы өс баланы тәрбиәләгән әсә, үлемесле яраларҙан шунда уҡ һәләк була.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бөгөн иртән ҡасҡалаҡ водителде эҙләп тапҡан. 50 йәшлек ир, "Hyundai Accent" машинаһының хужаһы, полиция хеҙмәткәрҙәренән өй башында ҡасып ятҡан булған.
Юлда һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Тәүлек эсендә 1800-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 54 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.