

Айрат Ғәтиәтов Йәш һөнәрмәндәр паркын ҡараны һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Мин Ворлдскиллстың Өфөлә үтеүенә бик шатмын. Сөнки был сара һәр ҡала өсөн байрам. Үҙем әлеге ярыштар менән 2015 йылда таныштым. Татарстанда эшләгәндә ошо конкурста төҙөлөш компетенциялары өсөн яуаплы булдым. Чемпионатты әҙерләү ни тиклем етди икәнен аңлайым, - тине министр урынбаҫары. - Әйткәндәй, Радий Фәрит улының Өфөнө Ворлдскиллс сараларын йыл һайын үткәреү урыны итеп һайларға тигән тәҡдимен хуплайым.Был сара өсөн йорт кәрәк. Өфө бик яҡшы әҙерләнгән”.
Айрат Ғәтиәтов Ворлдскиллстың һоҡланғыс бер донъя булыуын билдәләне.
Фото: vk.com