Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Август 2021, 18:04

Учалы районында "Ҡобағош кубогы" турниры үтте

Йәштәребеҙгә һоҡланып бөтөрлөк түгел! Учалы районында йәштәр өҫтән күрһәтмәләр, матди ярҙам көтмәйенсә, үҙ аллы футбол хәрәкәтен йәйелдерә - турнирҙар бер-бер артлы үтеп кенә тора. Бөгөн дә Ҡобағош ауылында мини-футбол буйынса хәтәр шәп ярыштар уҙҙы. Унда райондың ун ике командаһы ҡатнашты. Турнирҙың инициаторы Азамат Лоҡманов. Ойоштороусылар командаһында шулай уҡ Тимур Суфьянов, Рәиф Асанбаев, Айсыуаҡ Ғәйфуллин, Булат Баһауетдинов, Вилдан Ғәйфуллин, Шамил Лоҡманов, Самат Ғәйфуллин атлы шәп егеттәр.   

Учалы районында "Ҡобағош кубогы" турниры үттеУчалы районында "Ҡобағош кубогы" турниры үтте
Учалы районында "Ҡобағош кубогы" турниры үтте

Көсөргәнешле ярыштар һөҙөмтәһендә кубокты Ишмәкәй ауылы командаһы яуланы! 

Икенсе урынды "Олотау" йыйылма командаһы алды.

Өсөнсө урын - Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол егеттәрендә.

Иң яҡшы ҡапҡасы - Илмир Хәлилов (Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол).

Иң яҡшы һаҡсы - Марат Әминев (Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол).

Иң яҡшы бомбардир - Айгиз Ғарипов ("Олотау").

Иң яҡшы ассистент - Ренат Ғәлекәйев (Ишмәкәй).

Турнирҙың иң яҡшы йәш уйынсыһы - Рафиҡ Ишмөхәмәтов (Озерный).

Турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы - Арыҫлан Насиров ("Олотау").

Бағыусылар Рәшит Ҡауыев, Рим Ғәйфуллин, Раушан Ғәйфуллин, Рөстәм һәм Данис Ҡауыевтар. 

Афарин, учалылар!

Фото: автор.

 

Учалы районында "Ҡобағош кубогы" турниры үтте
Учалы районында "Ҡобағош кубогы" турниры үтте
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас