Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Август 2021, 07:30

Журналист Әмир Яҡупов вафат булған

«Йәшлек»тәр мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Журналист Әмир Яҡупов вафат булғанЖурналист Әмир Яҡупов вафат булған
Журналист Әмир Яҡупов вафат булған

Әмир Яҡупов 1953 йылда Ейәнсура районының Ибрай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Иҫәнғолда урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. 1975 йылда филология факультетын тамамлап, тыуған районына ҡайта. Тәүҙә Сиреғол урта мәктәбендә – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, унан директор урынбаҫары булып эшләй. Һуңынан Самаҙы тулы булмаған урта мәктәбенә директор итеп күсерелә.
1978 йылда Ейәнсура район газетаһына («Октябрь байрағы») эшкә алына һәм 1987 йылға саҡлы хәбәрсенән алып мөхәррир урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлын үтә.
Ошо йылдарҙа ул Алыҫ Көнсығышта Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итергә лә, ситтән тороп Урал дәүләт университетының журналистика факультетын тамамларға ла өлгөрә.
1987-1990 йй. – Ғафури районы газетаһында («Йондоҙ») мөхәррир булып эшләй. РСФСР Компартияһының Башҡортостан рескомы матбуғат һәм телевидение секторына инструктор итеп саҡырыла.
Башҡортостан Республикаһы Верховный Советы Президиумының матбуғат хеҙмәтендә яуаплы эштәр башҡара.

Әмир Яҡупов хәләл ефете менән ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙы Гөлназ Өфө районының Йоматау ауылында йәшәй, мәрхүм ошонда ерләнәсәк.  

БР-ҙың элекке матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры Зөфәр Тимербулатов: «Мин КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының баҫма һәм мәғлүмәт секторында эшләгән йылдарҙа уны Ғафури районының «Йондоҙ» гәзитенә мөхәррир итеп тәҡдим иттем. Элек һәләтле йәштәр шулай һынау үтә торғайны. Гәзит мөхәррире вазифаһын бик яҡшы алып барҙы, өс йыл эшләгәндән һуң мин уны үҙебеҙҙең секторға саҡырҙым. Һуңынан матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры булғас, уны урынбаҫар итеп алдым, бында ла һынатманы».

БР Милли архивы директоры урынбаҫары Нияз Сәлимов: «Әмир Яҡупов ике телде лә яҡшы белде, ике телдә мәҡәләләр яҙҙы. Уны өлкә комитетына эшкә алғастар, мин Ғафури районы гәзитенә баш мөхәррир итеп тәғәйенләндем. Һуңынан Архив эштәре буйынса идаралыҡта бергә эшләнек. Ул бында ла емешле ижад итте, архив темаларына материалдар яҙҙы, төрлө йыллыҡ йыйынтыҡ сығарыуҙа ҡатнашты, шул иҫәптән «Хеҙмәт геройҙары» белешмәһен баҫтырҙы. Ошонда эшләп, хаҡлы ялға сыҡты».

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баҫмаға әҙерләүсе мөхәррире Алик Шакиров: «Беҙ икебеҙ ҙә бер райондан. Бик яҡын аралаш инек. Ейәнсураларҙың йыйылыштарына бергә йөрөнөк, ә 90-сы йылдар башында бергәләп беренсе президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың матбуғат хеҙмәтен булдырҙыҡ. Бында иңгә-иң терәшеп өс йылға яҡын эшләнек. Ул бик яуаплы белгес ине, һәр документты ентекле өйрәнеп, яйлап яҙа торғайны, әммә барыһын да дөрөҫ еткерә, төҙәтеү ҙә кәрәкмәй ине».

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас