Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Август 2021, 04:15

Һыуһаҡлағыста тереклек артасаҡ

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Урта Волга территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Павловка һыуһаҡлағысына 15 меңдән ашыу уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрҙе.

Һыуһаҡлағыста тереклек артасаҡҺыуһаҡлағыста тереклек артасаҡ
Һыуһаҡлағыста тереклек артасаҡ
Бындай сара йолаға әүерелгән. Һыу ятҡылыҡтарын балыҡтар менән яһалма тулыландырыу балыҡ популяцияһы өсөн бик яҡшы. Әлеге уҡбалыҡ селбәрәһе Пермь крайындағы балыҡсылыҡ комплексында үҫтерелгән. Һыуһаҡлағысҡа махсус һауытта килтерелгән.
 
Биоресурстарҙы һаҡлауға йүнәлтелгән был сара "Экология" милли проектының "Уникаль һыу объекттарын һаҡлау" төбәк проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
 
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан.
 
 
Һыуһаҡлағыста тереклек артасаҡ
Һыуһаҡлағыста тереклек артасаҡ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас