

"Киләсәктә майҙансыҡ инновация ғилми-техник үҙәк булараҡ айырым иҡтисад зонаһы статусын да алыр. Мин был турала Рәсәй Президенты Владимир Путинға тәҡдим менән мөрәжәғәт иттем. Федераль үҙәк ярҙамында бындай ҙур проектты беҙ мотлаҡ ғәмәлгә ашырасаҡбыҙ", - тип яҙҙы республика етәксеһе сәхифәһендә буласаҡ кластер тураһында.
Радий Хәбиров буласаҡ кластерҙың күҙаллаған резиденттары менән осрашҡан да. Мәҫәлән, Өфө районындағы "Авиатех" компанияһы авиасәнәғәт, вуздар өсөн роботтар әҙерләй.
Фото: vk.com (Радий Хабиров)