Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Август 2021, 16:46

Эскелектән енәйәткә бер аҙым

Сибай ҡалаһында йәшәгән 48 йәшлек ҡатын тыуған көнөн Төйәләҫ йылғаһы буйында үткәргән. Табынға 42 йәшлек ҡустыһын һәм 33 йәшлек әхирәтен саҡырған. Компания бик күңелле ял иткән: ҡатынды тыуған көнө менән ҡотлап, спиртлы эсемлектәр эскәндәр, һыу ингәндәр.

Эскелектән енәйәткә бер аҙымЭскелектән енәйәткә бер аҙым
Эскелектән енәйәткә бер аҙым

Тик иҫерешкәс, ир агрессивҡа әйләнгән. Оятһыҙ һүгенгән, ҡунаҡ ҡатындың битенә йоҙроҡлап һуҡҡан.

 Апаһы уны тыйырға маташҡан, әммә ҡустыһы тынысланмағас, бысаҡ алған да, арҡаһына сәнскән. Шунан "Тиҙ ярҙам"ды саҡырған.

Хәҙер 48 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған, тип БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәтенән Э.Яҡупова хәбәр итә.

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас