

Рулдә ултырған ир водитель таныҡлығын күрһәтмәй, ә үҙенән алкоголь еҫе сыға. Тикшерһәләр, ысынлап та, иҫерек икән. Мәғлүмәттәр базаһында уның 2016 йылда таныҡлығынан мәхрүм ителгән булыуы, 1,5 йылға машина йөрөтөүҙән ситләтелеүе, штраф түләргә тейеш булыуы ла күренә. Әммә ир, быны йәшереп, эшләүен дауам итә.
Әле тикшереүҙәр тамамланған, эш судҡа ебәрелгән. Хәҙер иһә ирҙе ике йылға тиклем төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал. Белоретта булған хәл был.
Фото: Т. Аманов.