Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Август 2021, 05:10

Баймаҡ районында янғын ауылдарға етеп бара!

Бөгөн иртәнге сәғәт һигеҙгә ҡарата республиканың туғыҙ районында урман янғыны ҡотора. Ут ялмап алған биләмәләрҙең дөйөм майҙаны - 1471 гектар.

Баймаҡ районында янғын ауылдарға етеп бара!Баймаҡ районында янғын ауылдарға етеп бара!
Баймаҡ районында янғын ауылдарға етеп бара!

Иң көслө янғындарҙың береһе Баймаҡ районының Мәмбәт ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта ғына. Ете урман янғыны һүндерелгән (дөйөм 4,43 гектар).

Баймаҡ районында ике ут сығанағы (10,9 гектар);

Белорет районында дүрт ут сығанағы (933,3 гектар);

Федоровка районында бер ут сығанағы (17,8 гектар);

Ейәнсура районында бер ут сығанағы (250 гектар);

Ауырғазы районында бер ут сығанағы (15,3 гектар);

Бөрйән районында өс ут сығанағы (170 гектар);

Баймаҡ районында бер ут сығанағы (10,8 гектар);

Йылайыр районында бер ут сығанағы (50 гектар);

Хәйбулла районында бер ут сығанағы (0,7 гектар).

Шуларҙың туғыҙы ҡамалған (654,9 гектар). Ете янғын асыҡ килеш һүндерелмәй ҡала (816,1 гектар).

Янғындарға ҡаршы көрәшкә 292 кеше һәм 60 берәмек техника йәлеп ителгән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас