Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Август 2021, 05:54

Ғаилә байрамы үтәсәк

26 – 28 августа Өфөнөң “ВДНХ-ЭКСПО” майҙанында “Ғаилә һәм балалыҡ донъяһы” күргәҙмә-форумы уҙа.

Ғаилә байрамы үтәсәкҒаилә байрамы үтәсәк
Ғаилә байрамы үтәсәк

Был – ҙур сара. Унда көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ҡарала, медицина белгестәре ҡатын-ҡыҙ, балалар һаулығы тураһында фекер алышасаҡ. Теләүселәргә сәләмәтлеген нығытыу буйынса белгес консультацияһы алыу мөмкинлеге бар. Эшлекле өлөштә юридик ярҙам да күрһәтелә.

Күргәҙмә саралары араһында “Стресҡа ҡаршы торған ата-әсә – сәләмәт бала”, ”Карьера һәм ғаилә”, “Бөгөнгө стреслы заманда психологик һаулыҡты һаҡлау һәм сәләмәт ғаилә төҙөү” кеүек темаларға һөйләшеүҙәр ойоштороласаҡ.  

Форумдың икенсе көнөнә, 28 августа, Ғаилә фестивале үтәсәк. Ҡунаҡтарҙы төрлө оҫталар менән ижади дәрестәр, күңел асыу программаһы, оҫталыҡ дәрестәре көтә.

 

Фото: БР Хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Ғаилә байрамы үтәсәк
Ғаилә байрамы үтәсәк
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас