Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Август 2021, 12:59

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 9 енәйәт эше асылған

Тәүлек эсендә 16 кеше алданған: биш кешенең аҡсаһын ялған "банк хеҙмәткәрҙәре" урлаһа, һигеҙ кешене Интернет аша тауар һатып алғанда кәкре ҡайынға терәгәндәр, өс граждан "сауҙа (трейдинг) платформаһы хеҙмәткәрҙәре" тоҙағына эләккән.

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 9 енәйәт эше асылғанТәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 9 енәйәт эше асылған
Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 9 енәйәт эше асылған

Нефтекама ҡалаһында йәшәгән 40 йәшлек ҡатынға ялған "инвестор" шылтыратып, өҫтәмә табыш тәҡдим иткән. "Инвестиция компанияһы хеҙмәткәренең" һүҙенә ышанған ҡатын билдәһеҙ иҫәпкә миллионға яҡын һум аҡса күсергән.

Өфөнән 63 йәшлек ҡатынға иһә "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, иҫәптәге сумманың хәүеф аҫтында булыуын хәбәр иткән дә, аҡсаларҙы икенсе ышаныслы иҫәпкә күсерергә күндергән. Ирҙе тыңлаған пенсионер 250 мең һум аҡсаһын билдәһеҙ иҫәпкә күсергән. Ялған "банк хеҙмәткәрҙәре" тәүлек эсендә биш кешенең ярты миллион һум аҡсаһын урлаған.

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас