Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Августа 2021, 03:59

Изгелектәр ваҡыты дауам итә

Республика йәштәрен берләштереү, әүҙемләштереү, лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү маҡсатынан "Изгелектәр ваҡыты" йәштәр акцияһы үтә. Был сара "Демография" милли проектының "Социаль әүҙемлек" төбәк йүнәлеше буйынса ойошторола.

Изгелектәр ваҡыты дауам итәИзгелектәр ваҡыты дауам итә
Изгелектәр ваҡыты дауам итә
Акцияла Күмертау ҡалаһы йәштәре лә ҡатнашты. Уны БР Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты булышлығында #КомандаМИШ штабы уҙғарҙы. "Изгелектәр ваҡыты" акцияһында мәктәп уҡыусылары, студенттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. Ошо уҡ сарала "Изгелек автобусы" акцияһы ла ойошторолдо. Унда Күмертау ҡалаһының ирекмәндәр берлегенә 500 битлек һәм 10 литр антисептик тапшырылды.
 
Ә һеҙҙең яҡтарҙа "Изгелектәр ваҡыты"нда нимәләр эшләйҙәр?
 
Фото: Күмертау ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
 
Изгелектәр ваҡыты дауам итә
Изгелектәр ваҡыты дауам итә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас