Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Август 2021, 17:15

Башҡортостан йәштәре «ИВолга» форумында 1 115 000 һум грант отҡан!

1 миллион 115 000 мең һум, Карл!

Башҡортостан йәштәре «ИВолга» форумында 1 115 000 һум грант отҡан!Башҡортостан йәштәре «ИВолга» форумында 1 115 000 һум грант отҡан!
Башҡортостан йәштәре «ИВолга» форумында 1 115 000 һум грант отҡан!

24 августа Волга буйы федераль округының иң күләмле һәм ҙур форумы үҙ эшен тамамланы. Аңлағанһығыҙҙыр, һүҙ «ИВолга», йәғни «iВолга» форумы хаҡында бара. Быйыл ул онлайн тәртиптә үтте. Башҡортостандан бәйгеселәрҙе был форумға Йәштәр проекты офисы әҙерләгән, проектты яҙыу һәм яҡлау буйынса консультациялар биргән.

Волга буйы федераль округының Граждандар йәмғиәте үҫешенә булышлыҡ итеү фонды тарафынан үткәрелгән грант конкурсы һөҙөмтәләре буйынса республикабыҙҙан 6 проект 1 115 000 һум аҡса еңгән.

Сараны ябыу тантанаһынан һуң еңеүселәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов ҡотланы. 

— Грант отоуымды белгәс, бик ҡыуандым, мин бит артабан үҙемдең идеяларымды тормошҡа ашыра алам. «iВолга» проекты фәнни проекттары аша йәштәрҙе үҫтерә, ғилемгә әйҙәй. Онлайн-форум шәп булды, киләһе йылда офлайн осрашырбыҙ, тип ышанам, — тип уртаҡлашты грант конкурсы еңеүсеһе Камилла Сыуашаева. Камилланың проекты нефть менән бысранған һәм элекке матурлығын юғалтҡан тәбиғи ландшафттарҙы тергеҙеүгә арналған. Ҡыҙ идеяһын тормошҡа ашырыуға 115 мең һум отҡан.

Форумға Башҡортостандан бөтәһе 1300 кеше теркәлгән, шуларҙың 300-ҙән ашыуы форумдың мәғариф программаһында ҡатнашҡан. Йәштәр һигеҙ йүнәлеш буйынса белем алған: «Фән һәм технологиялар», «Йәшәү урыны», «Изгелек өләш», «Минең бизнес», «Иң яҡшы студенттар», «Боролоштар лидеры», «Дәүләт йәштәр сәйәсәте» һәм «Балалар iВолгаһы». Һуңғы икәүһе форумда тәүге тапҡыр тәҡдим ителгән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас