Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Август 2021, 06:30

41 районда ужым культуралары сәсәләр

Кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов быйылға ужым культураларын сәсеү планы 600 мең гектар майҙан тип алынған ине тине. Тик һауа торошо шарттары быға үҙгәрештәр индерергә мәжбүр итә. Күп кенә хужалыҡтар тупраҡта дым етешмәгәнлектән был кампанияға тотона алмай. Шулай ҙа ямғырҙарға өмөт бар, дым дефициты ҡапланһа ужымға ла тотонорға мөмкин буласаҡ.

41 районда ужым культуралары сәсәләр41 районда ужым культуралары сәсәләр
41 районда ужым культуралары сәсәләр
 - Муниципаль райондарҙың ауыл хужалығы предприятиелары эш пландарына ярашлы, ужым сәсеүҙә ике меңдән ашыу сәсеү агрегаты, шул иҫәптән 816 комплекс ҡатнашасаҡ, - тине Илшат Фазрахманов. - Уларҙы рациональ тотонғанда һәм һауа шарттарын иҫәпкә алғанда кампанияны 9-10 календарь көндә тамамларға мөмкин.

Әле 41 районда ужым культураларын сәсәләр. 61 мең. га майҙан (был - пландың 10 проценты) эшкәртелгән. Был процедура агротехник талаптарға ярашлы 20 сентябрҙә тамамланырға тейеш, тине вице-премьер - ауыл хужалығы министры. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас