Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Август 2021, 04:06

Юл буйынса эштәр 50 процентҡа үтәлгән

"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса быйылға күҙалланған юл-төҙөү эштәренең дөйөм күләменән яртыһы башҡарылған.

Юл буйынса эштәр 50 процентҡа үтәлгәнЮл буйынса эштәр 50 процентҡа үтәлгән
Юл буйынса эштәр 50 процентҡа үтәлгән
Өфөлә лә юл төҙөү һәм ремонтлау эштәре дауам итә. Күп урында милли проект буйынса капиталь ремонт бара. Мәҫәлән, Комсомол урамында былтыр башланған эште быйыл октябрҙә тамамларға йыйыналар.
Парк, Һәҙиә Дәүләтшина, 8 Март урамдарындағы ремонтты күрәһегеҙ.
Яҡын киләсәктә Галле урамы Көнсығыш сығыу юлы менән тоташасаҡ.
Төҙөкләндереү миҙгеле аҙағына баш ҡалала 22 юл участкаһы яңыртыласаҡ.

Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.
 
Юл буйынса эштәр 50 процентҡа үтәлгән
Юл буйынса эштәр 50 процентҡа үтәлгән
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас