

Ул бәйгеселәргә уңыштар теләне һәм бер нисә кәңәшен еткерҙе.
— Һәр кеше ниндәйҙер сәбәп арҡаһында ныҡ итеп тулҡынлана. Бынан арыныуҙың үҙенә күрә ябай ғына ысулын беләм, — тине Радий Хәбиров. — Мәҫәлән, ил Башлығы менән осрашыуҙы иҫкә төшөрәйем. Беҙ уны урамда тыныс ҡына көтөп торабыҙ. Әммә Президенттың кортежын күргәйнем, үҙем дә һиҙмәҫтән ныҡ тулҡынлана башланым. Миңә бындай ваҡытта доға ярҙамға килә. Өс-дүрт доға һүҙен ҡабатлағайным, тынысландым. Был минең тулҡынланыуымды еңергә ярҙам итә. Һәр ҡайһығыҙ үҙен-үҙе еңергә өйрәнергә тейеш.