Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Августа 2021, 12:00

Илфир Ғирфановҡа ағастан әйберҙәр яһау эшендә уңыштар теләйбеҙ

Нуриман районының Үкәрле ауылында йәшәгән шәхси эшҡыуар "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проект буйынса үҙ эшен булдырыуға тәүге ярҙам ала алған.   

Илфир Ғирфановҡа ағастан әйберҙәр яһау эшендә уңыштар теләйбеҙИлфир Ғирфановҡа ағастан әйберҙәр яһау эшендә уңыштар теләйбеҙ
Илфир Ғирфановҡа ағастан әйберҙәр яһау эшендә уңыштар теләйбеҙ

 Ул райондағы бизнес-шәрифкә ярҙам һәм кәңәш һорап мөрәжәғәт иткән һәм ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшкән. Ағас оҫтаһы бер юлы районда эшләгән эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса программаһына ла эләккән. Һөҙөмтәлә Илфир Ғирфанов ағас эшкәртеү цехы асыуға өлгәшкән. Бында йорт комплекттары һәм кәрәк-яраҡтары, мебель эшләргә мөмкин.

Тиҙҙән Илфир район өсөн яңы эш йүнәлешенә - бысҡы табында бәшмәк үҫтерергә тотонорға ла ниәтләй. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас