19 августан ай аҙағына тиклем бында реконструкция эштәре бара. Инженер селтәрҙәре күсерелә, юл япмаһы ҡорола, светофорҙар һәм яҡтыртҡыстар өсөн урындар әҙерләнә.
3,84 саҡрымға һуҙылған Комсомол урамын төҙөкләндереү "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса башҡарыла. Эш 2019 йылдың сентябрендә башланды, быйыл ҡышҡа тамамланасаҡ. Төҙөүселәр 40 км оҙонлоғондағы инженер селтәрҙәрен күсергән, ямғыр канализацияһы ҡорған, юл япмаһы түшәгән. Тиҙҙән бында туҡталыш павильондары һәм видеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ.