Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Август 2021, 11:53

Барыһы ла ҡапыл ғына буласаҡ...

Эҫе тамам ялҡыттымы? Алда беҙгә сюрприз бар.

Барыһы ла ҡапыл ғына буласаҡ...
Барыһы ла ҡапыл ғына буласаҡ...

Синоптиктар фаразлауынса, аҙна аҙағына ҡапыл ғына һыуытасаҡ. Һыуыҡ тигәс тә, өшөткөс температура әлегә булмаҫ та, шулай ҙа төндәрен +12-гә тиклем төшөүе ихтимал, көндөҙ 20 градус йылы буласаҡ. Йәкшәмбелә көндөҙ үк +17 градус вәғәҙәләйҙәр. Киләһе дүшәмбелә унан да түбәнерәк температура фаразлана.

Бер һүҙ менән әйткәндә, бик уңайлы көндәр етә, буғай. Һәр хәлдә, 40 градус эҫелектән һуң, хатта 25-тә беҙҙең өсөн һалҡынса тойоласаҡ.

Оҙаҡ көтөлгән ямғырҙар ҙа башланыуы күҙаллана.

 

Фото:Т. Аманов.

Барыһы ла ҡапыл ғына буласаҡ...
Барыһы ла ҡапыл ғына буласаҡ...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: