Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Август 2021, 10:05

Уларҙы алып, аҡса әрәм итмәгеҙ

Һүҙ организм өсөн “ауыр” ризыҡтар хаҡында.  

Уларҙы алып, аҡса әрәм итмәгеҙУларҙы алып, аҡса әрәм итмәгеҙ
Уларҙы алып, аҡса әрәм итмәгеҙ

Ҡайһы бер кешеләр, белгестәр кәңәшенә һәм шәхси тәжрибәһенә таянып, исемлек тә төҙөгән икән. Биш төр аҙыҡ-түлекте һатып алыуҙан тыйылырға тәҡдим итәләр.

Беренсеһе – тиҙ әҙерләнә торған аш (“бич-пакет”, ”Роллтон”). Туҡмасы үҙе бигүк зарарлы ла түгел, ә бына тәмләткестәре-ее (тоҙ, борос, соустар, йәшел үләндәр)! Лутсы йомортҡа ҡурып ашағыҙ.

Икенсеһе – “буялған” икмәк. Хәҙерге икмәк менән элеккеһе араһындағы айырманы урта һәм оло быуын бик яҡшы тоя. Бөгөн бит нимә генә ҡушмайҙар! Икмәк оҙаҡ һаҡланһын өсөн төрлө ҡушымталар һалына. Химия! Һәм икмәк бик матур төҫкә инә.

Өсөнсөһө – консервалар. Уларҙағы канцерогендар һәм химик матдәләр ашҡаҙан өсөн бик ауыр.

Дүртенсеһе – әсе (острый) ризыҡ. Беҙҙең халыҡ электән әсене әллә ни ашамаған. Ундай ашамлыҡтар эҫе яҡтарҙан килгән, буғай. Табиптар белдереүенсә, артыҡ әсе айырыуса ирҙәр һаулығына зыянлы.

Бишенсеһе – татлы газландырылған эсемлектәр. Шәкәре артыҡ күп. Шәкәрҙең зыянлы икәнен беләһегеҙҙер.

 

Фото: vk.com

Уларҙы алып, аҡса әрәм итмәгеҙ
Уларҙы алып, аҡса әрәм итмәгеҙ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас