Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Август 2021, 10:04

Роботмы, юлбарыҫмы, әллә айыумы?

Волейбол буйынса донъя чемпионатына бер йылдан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалды.

Роботмы, юлбарыҫмы, әллә айыумы?Роботмы, юлбарыҫмы, әллә айыумы?
Роботмы, юлбарыҫмы, әллә айыумы?

 

FIVB-2022 уйынының ойоштороу комитеты быйылғы 3 сентябргә саҡлы талисман һайлап алыу буйынса тауыш йыйыу үткәрергә булды. Чемпионаттың төп күңелсәге һәм билдәһе исеменә өс персонаж дәғүә итә.

Айыу. Ул донъяға килгән көндә урманда көслө күк күкрәү яңғырай, йәшен күкте телгеләй һәм һауала электр осҡондары уйнай. Шуға күрәлер ҙә ул ғәҙәти булмаған айыу булып үҫә – уйынсыларҙы, трибуналағы көйәрмәндәрҙе һәм хатта смартфондарҙы үҙенең энергияһы менән туйындыра.

Юлбарыҫ. Амур буйҙарында тыуып үҫкән. Бала саҡтан волейбол уйнай. Ул ғәжәп бейеккә һикерә, тиҙлеге үтә юғары һәм тупты күҙ асып йомғансы ҡабул итергә һәләтле. Юлбарыҫ – йомарт йән эйәһе, ләкин һыҙғыртҡыс яңғырағас та спортсыларға хас ҡомарға бирелә һәм фәҡәт еңеү тураһында уйлай башлай. Балаларҙы ярата, улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.

Робот. Технологияларға буйһоноулы булһа ла, робот урыҫ йәнле. Уның микросхамаларына Рәсәйҙең бөтә бай тарихы индерелгән. Волейбол тураһында барлыҡ белемгә эйә, спорт тарихын һәм уның бөтә ҡаһармандарын белә. Был персонаж волейболды һандар һәм статистика буйынса ғына хәтерләп ҡалмай, тойғоларға ла бай һәм улар уны эстән туҡландыра. Шуға күрә батарейкалар ҙа кәрәкмәй, роботҡа донъялағы волейбол көйәрмәндәренең энергияһы ла етә. Донъяның барлыҡ телдәрен белгәс, был  персонаж менән бөтә илдәрҙең вәкилдәре аралаша, бергә фотоға төшә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас