

Бөгөн юниорҙар араһындағы донъя чемпионатында Рәсәй командаһы составында сығыш яһаған ике көрәшсебеҙ алтын миҙал өсөн бил һынаша. Әлеге минуттарҙа уларҙың береһе Сәйед-Хөсәйен Бакаев алышын бер минут 30 секундта тамамлап, 9:0 иҫәбе менән еңеү яуланы (тренеры - Владимир Коробов). Грузин көрәшсеһе Диего Чхиквадзе иленә көмөш миҙал килтерҙе. Сәйет Белорет ҡалаһы исеменән дә сығыш яһай. Ярымфиналда ул 63 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Румыния көрәшсеһе Мануэл Стойкты еңгәйне.
Афарин!
Тағы ла 87 килограмм ауырлыҡ категорияһында Өфөнән Адлан Әмриевтың алышын көтәбеҙ.