Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Августа 2021, 13:29

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

13-19 августа Башҡортостан юлдарында пассажир автотранспорты ҡатнашлығында бер юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, бер кеше яраланған.

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендәПассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә
Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

Ошо уҡ осор эсендә ЮХХДИ инспекторҙары 1100-ҙән ашыуыраҡ автобусты тикшергән, 211 протокол төҙөгән.

30 автобус водителе хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгән;

Бер водитель телефондан һөйләшеп килгәндә тотолған;

38 кеше маневр ҡағиҙәләрен боҙған;

Биш водитель светофорҙың ҡыҙыл утын инҡар иткән;

Өс водитель йәйәүлеләрҙе үткәрмәгән һ.б. 

 
Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас