Элек уҡытыусы булып эшләгән, хаҡлы ялға сыҡҡас колледждың дөйөм ятағында вахтер булып эшләй. Яҙғыһын ире менән «Спутник-V» вакцинаһын яһатҡандар. Әммә ике ай самаһы үткәс, коронавирус менән ауырып китеп, дауаханаға эләгә. Шунда инде вакцина эшләтмәүселәрҙең ковид менән нисек ауырыуын үҙ күҙҙәре менән күрергә тура килә.
«Палаталағы күршеләр менән сағыштырғанда, минең ауырыуым ныҡ айырыла ине. Мәҫәлән, һатыусы булып эшләүсе 53 йәшлек Ольга туҡтауһыҙ йүткерә. Тәүге терапиянан һуң бер аҙ хәле еңеләйгән һымаҡ булһа ла, һуңынан тын ала алмай башланы, сатурацияһы ныҡ төштө. Һөҙөмтәлә уны реанимацияға күсерҙеләр.
– Оля, Нишләп прививка эшләтмәнегеҙ? – тигән һорауға:
– Тик, ә ниңә? Таныштарҙан берәү ҙә эшләтмәне. Элек тә бит әҙерәк ауырый инек тә, һуңынан эшкә сыға инек, – тип яуапланы.
Тағы бер ҡатын Миләүшә, 50 йәш, диабет менән ауырый. Прививка эшләтеү тураһында уйламаған да. Уны ла бер көндән һуң реанимацияға күсерҙеләр. Башҡа ауырыуҙарың булғанда, ковид бик ауыр үтә.
Йылайырҙан 48 йәшлек Фатима исемле бик матур ҡатын булды. Уның да хәле бик ауыр ине. Оҙаҡ ҡына температураһы төшмәй йонсотто. Ул тимергә сүкеш менән һуҡҡан кеүек итеп йүтәлләй ине. Прививка эшләтергә өлгөрмәй ҡалған. Май аҙағына яҙылған булған, әммә алданыраҡ вирус эләктергән.
Минең хәлем иһә күпкә яҡшыраҡ булды. Табип ҡушҡандың барыһын да үтәнем. «Ҡыҙыл зона»ла 8 көн булдым, һуңынан өйгә ҡайтарҙылар. Ысынлап та, ауырыуҙы еңел үткәрҙем, шуға ла башҡаларҙы күҙәтергә лә мөмкинлегем булды.
Иманым камил, прививка ярҙамында ғына вирустың ауырлығын тойманым. Юғиһә ул минең ауыртҡан урындарымды табып, тағы ла нығыраҡ зарарлар ине. Прививка миңә сирҙе еңел үткәрергә ряҙам итте. Вакцина эшләтмәһәм, нимә булыр ине – уйлауы ла ҡурҡыныс.
Земфира ӘХТӘМОВА.