Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Август 2021, 09:05

Ковид буйынса һуңғы мәғлүмәттәр

БР Һаулыҡ һаҡлау мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны 293 кешегә артҡан.

Ковид буйынса һуңғы мәғлүмәттәрКовид буйынса һуңғы мәғлүмәттәр
Ковид буйынса һуңғы мәғлүмәттәр

 Шулай итеп,  ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбе 53753 кешегә еткән. Әлеге ваҡытта 776 кеше дауаханала медицина ярҙамы ала. Шуларҙың 86-һы – ауыр хәлдә, 3 пациент үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. 2286 кеше өйҙә дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә 588 кеше һауығып, дауаханан сыҡҡан.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус тағы 12 кешенең ғүмерен өҙгән. Пандемия башланғандан алып республикала 964 үлем осрағы теркәлгән.

Дауахананан тыш пневмония менән тәүлек эсендә 138 кешенең ауырыуы асыҡланған, 129 кеше һауыҡҡан.

Башҡортостанға ковидҡа ҡаршы бөтәһе  1 277 688 доза вакцина алынған. Вакцинаның беренсе компоненты менән 1 091 300 кеше прививкаланған, 898516 кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән.

  Тәүлек эсендә бөтәһе 21440 кеше вакцина эшләткән.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас