Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Август 2021, 10:00

Хәйбулланың ике ауылында кәрәҙле элемтә эшләй башланы

Аҡъюл һәм Бәләкәй Арыҫланғолда йәшәүселәр хәҙер "МТС" аша һөйләшә, интернет менән ҡуллана аласаҡ.

Хәйбулланың ике ауылында кәрәҙле элемтә эшләй башланыХәйбулланың ике ауылында кәрәҙле элемтә эшләй башланы
Хәйбулланың ике ауылында кәрәҙле элемтә эшләй башланы

Был проектты - төпкөл һәм аҙ халыҡлы тораҡ пункттарын кәрәҙле элемтә менән тәьмин итеү буйынса БР Башлығы Радий Хәбиров ҡуйған бурысты тормошҡа ашырыуҙы МТС һәм Ростелеком башҡарған.

Бәләкәй һәм аҙ ҡеүәтле фемтосота кәрәҙле элемтә станциялары август аҙағына тиклем Уразбай, Аҡназар, Үрнәк, Һаҡмар-Наҙарғол һәм Ҙур Арыҫланғол ауылдарына ла ҡуйыласаҡ.
  

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас