Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Август 2021, 08:34

Эҫе Африкала башҡорт һыйырҙарының "емешен" үҙ итерҙәрме?

Әлбиттә, беҙҙең малҡайҙарҙың һөтө иң тәмлеһе, тип уйлайбыҙ. Күрербеҙ, Нигерияла нисек ҡабул итерҙәр.

Эҫе Африкала башҡорт һыйырҙарының "емешен" үҙ итерҙәрме?Эҫе Африкала башҡорт һыйырҙарының "емешен" үҙ итерҙәрме?
Эҫе Африкала башҡорт һыйырҙарының "емешен" үҙ итерҙәрме?

Мәләүез һөт-консерва комбинаты продукцияһын Нигерияға һатырға ниәтләйҙәр. "Цербер" системаһы аша ғариза бирелгән. Тауарыбыҙ эҫе Африка дәүләтенең ветеринар-санитар талаптарына тура килә.

Күҙалланыуынса, тип яҙа "Башинформ" агентлығы, 26 процентлыҡ майһыҙландырылып киптерелгән һөт, 42 процентлы ҡоро сливки, 72,5 һәм 82,5 процентлы аҡ май һатыласаҡ. 

Ана, ҡайҙа барып етмәксе беҙ етештергән тауарҙар!

Фото: "Башинформ".

 

 

Эҫе Африкала башҡорт һыйырҙарының "емешен" үҙ итерҙәрме?
Эҫе Африкала башҡорт һыйырҙарының "емешен" үҙ итерҙәрме?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас