

Таң менән Мәләүез районында Салауат ҡалаһынан 34 йәшлек ир "Nissan Qashqai" машинаһында ыңғай барған "КамАЗ"ға бәрелгән.
Аварияла водителдең 60 йәшлек әсәһе, 2 һәм 7 йәшлек улдары төрлө травмалар алған. Водитель иҫерек булған, алкотестер уның һулышында 1,005 промилле алкоголь булыуын күрһәткән (был норманан алты тапҡыр күберәк).
Тәүлек эсендә 2100-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 35 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.