Шулай итеп, "Ирәмәл" һәм "Еҙем" тәбиғәт парктарына инеү ваҡытлыса тыйыла. Был турала документ кисә, йәғни 18 августа көсөнә инде һәм 5 сентябргә тиклем ғәмәлдә ҡала. Сикләү урындағы халыҡҡа ҡағылмай.
"Экология" милли проекты маҡсаттарына өлгәшеү саралары араһында айырым һаҡланған биләмәләргә иғтибарҙы көсәйтеү ҙә бар. Әлеге тыйыу ошо бурыстың бер өлөшө.
Фото: Олег Меньков, Ринат Фаткуллин.