Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Август 2021, 09:49

Беҙҙекеләр Тажикстанға барып төштө...

Алыш-биреште нығытырға кәрәк.

Беҙҙекеләр Тажикстанға барып төштө...Беҙҙекеләр Тажикстанға барып төштө...
Беҙҙекеләр Тажикстанға барып төштө...

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты етәксеһе урынбаҫары Лена Изотова етәкселегендәге делегация “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға бәйле, эш сәфәре менән Тажикстанға киткәйне.

Ике республика электән хеҙмәттәшлек итә. Улар беҙгә килә, беҙ уларға барып торабыҙ.

Әлеге сәфәрҙең төп маҡсаты – сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу.

Беҙҙең белгестәр унда “Сугд” һәм ”Дангара” тигән айырым иҡтисади зоналар эшмәкәрлеге менән танышасаҡ. Әлбиттә, республика һәм уның предприятиелары менән таныштырыусы презентацияны ла яҡшы ғына итеп әҙерләгәндәр.

Беҙ Тажикстанға ағас һәм кизе-мамыҡ әйберҙәр, нефть һәм химия продукттары, май, шәкәр, ярмалар һ.б. һатабыҙ. Унан беҙгә йәшелсә, емеш килә.

 

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Беҙҙекеләр Тажикстанға барып төштө...
Беҙҙекеләр Тажикстанға барып төштө...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас