

БР-ҙың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы республиканың район-ҡалаларында «Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке» девизы аҫтында йәрминкәләр ойоштороуын дауам итә. Аҙна һуңында был сара Сибай, Бөрө, Яңауыл ҡалаларында һәм Дыуан районында үтәсәк.
«Республика халҡы беҙҙең йәрминкәләрҙә фермерҙарҙан ҡулай хаҡҡа сифатлы аҙыҡ-түлек алыу мөмкинлегенә эйә, ә етештереүселәр ситкә сыҡмайынса урында уҡ сауҙа итеп, үҙенә яҡшы килем ала. Сараның төп маҡсаты — сауҙа өлкәһендә күтәрелгән хаҡтарҙы бер аҙ ауыҙлыҡлау», — ти палата президенты Тимур Хәкимов.
Уҙған ялдарҙа йәрминкә алты муниципалитетта ойошторолдо. Саҡмағош районында халыҡҡа икмәк, кондитер аҙыҡтары, йәшелсә-емеш, киң ассортиментта бал тәҡдим ителде. Ҡырмыҫҡалы районында ошондай уҡ йәрминкәлә йомортҡа, һөт ризыҡтары, сәй һәм ҡаҡ күп булды. Яңыраҡ районда «Хәләл» стандарты буйынса сәй фасовкалау предприятиеһы бик уңышлы эшләп киткән.
Барлыҡ муниципалитеттарҙа ла «борщ йыйылмаһы» һатыуға сығарылды. Мәҫәлән, Саҡмағош районында йыйылманың килограмы 35-40 һумға тәҡдим ителде. Ҡырмыҫҡалы районында картуфтың килограмы - 20 һум. Иң мөһиме, фермерҙар хаҡтарҙы артыҡ күтәрмәне.
Йәрминкә сауҙа итеү менән генә сикләнмәй, бында халыҡҡа юридик, медицина ярҙамы тәҡдим ителә. Эш эҙләгәндәр өсөн вакансиялар банкы эшләй. Балаларға уйын майҙансыҡтары ҡорола, аниматорҙар байрам ойоштора. Йәрминкә үткән райондарҙа халыҡ бик ҡәнәғәт ҡалған, быны ғаилә байрамына тиңләүселәр ҙә бар.