Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Август 2021, 07:40

Көтөүсене үгеҙ йәрәхәтләгән

Яңыраҡ Ауырғазы районының "Дуҫлыҡ" ауыл хужалығы кооперативы көтөүсеһенә нәҫел үгеҙе һөжүм итә.

Көтөүсене үгеҙ йәрәхәтләгәнКөтөүсене үгеҙ йәрәхәтләгән
Көтөүсене үгеҙ йәрәхәтләгән

Һөҙөмтәлә ирҙең бер нисә урындан ҡабырғалары һына. 58 йәшлек ир был көндө көтөү көткән була. Малдарҙы һыу эсергәндән һуң көтөүселәр уларҙы сыбыртҡы менән ҡыуа башлай. Бер мәл нәҫел үгеҙе иргә ташлана. Бәхеткә күрә, янындағы иптәше уға ярҙамға ашыға һәм үгеҙҙе ҡыуып ебәрә. Йәрәхәтләнеүсене Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙаталар. Был хәл буйынса БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тикшереү үткәрә. Тикшереү барышында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлмәүе асыҡлана. Көтөүселәргә махсус малдарҙы ҡыуыу ҡорамалдары, шулай уҡ эшселәргә аттар бирелмәгән. Бынан тыш нәҫел үгеҙе дөйөм көтөүгә йөрөргә тейеш булмаған. Эш биреүсегә ҡағиҙәләр үтәлмәгән өсөн штраф һалынған.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас