Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Август 2021, 06:31

Хәйбулла районында янғындар һүндерелеп өлгөрмәне

Бында йәнә дөйөм 1,5 гектар майҙанда ике урында ут сыҡҡан. Аҡъюл ауылы янындағы урман янғыны көслө дауыл арҡаһында Ҡом йылғаһы аша үтеп, Ғәлиәхмәт һәм Аҡназар ауылдарына янай, тип хәбәр ителә Аҡъюл ауылы биләмәһе хакимиәтендә. Утлы стихия ауылдарҙан алты саҡрым алыҫлыҡта ҡотора.

Хәйбулла районында янғындар һүндерелеп өлгөрмәнеХәйбулла районында янғындар һүндерелеп өлгөрмәне
Хәйбулла районында янғындар һүндерелеп өлгөрмәне

 

Иртәнге сәғәт унға ҡарата республика 14 урман янғыны ҡотора:

Хәйбулла районында ике ут сығанағы (1,5 гектар);

Белорет районында ике ут сығанағы (27 гектар);

Бөрйән районында ете ут сығанағы (85 гектар);

Әбйәлил районында бер ут сығанағы (45 гектар);

Кушнаренко районында бер ут сығанағы (0,5 гектар);

Йылайыр районында бер ут сығанағы (0,5 гектар);

Дөйөм 95,4 гектар майҙанда 4 урман янғыны ҡамалған:

Бөрйән районында үике ут сығанағы (50 гектар);

Әбйәлил районында бер ут сығанағы (45 гектар);

Йылайыр районында бер ут сығанағы (0,5 гектар);

Утлы стихияға ҡаршы көрәшкә 120 берәмек техника, 4027 кеше йәлеп ителгән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас