Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Август 2021, 05:46

Йәмәғәт штабы киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе

Алда – һайлау. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында тауыш биреүҙе күҙәтеү буйынса ойошторолған Йәмәғәт штабы кандидаттар күрһәтеүгә йомғаҡ яһаны.

Йәмәғәт штабы киңәйтелгән ултырыш үткәрҙеЙәмәғәт штабы киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе
Йәмәғәт штабы киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе

Ултырышты штаб етәксеһе, “Өфө ҡалаһы үҫешенең йәмәғәт фонды”ның башҡарма директоры Ольга Панчихина алып барҙы. Унда БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов, Кеше хоҡуҡтары буйынса Мәксәү бюроһы директоры урынбаҫары, БР Башлығы янындағы кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса совет ағзаһы Валех Аббасов, политологтар, ғалимдар, эксперттар, йәмәғәтселәр ҡатнашты.

Кандидаттар күрһәтеү этабы һөҙөмтәләре буйынса докладҡа ярашлы, 30 партиянан 14-е һайлауҙа ҡатнаша (партияларҙан кандидаттар һаны артҡан).

Башҡортостанда Дума депутаттары алты бер мандатлы округтан һайлана. Уларҙан 63 кандидат күрһәтелгән, шул иҫәптән дүртәүһе – үҙ-үҙен күрһәткән. Теркәлеүселәр һаны иһә – 58. Барыһы ла – партияларҙан. Башҡалар кәрәкле ҡултамғаны йыя алмаған.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өс бер мандатлы округтан өҫтәмә һайлау һәм урындағы органдарға һайлауҙар үтә.

Быйыл да йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләйәсәк, журналистар тауыш биреү барышы хаҡында белгестәр менән бергә фекер алышасаҡ, мөһим сәйәси сараны киң яҡтыртасаҡ.

 

Фото: БР Йәмәғәт палатаһы сайтынан.

 

Йәмәғәт штабы киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе
Йәмәғәт штабы киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас