Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Август 2021, 08:35

Ненад Лалович Башҡортостанда үткән донъя чемпионатын юғары баһаланы

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович һәм юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты беренселегенең маҡтаулы ҡунаҡтары менән осрашты.

Ненад Лалович Башҡортостанда үткән донъя чемпионатын юғары баһаланыНенад Лалович Башҡортостанда үткән донъя чемпионатын юғары баһаланы
Ненад Лалович Башҡортостанда үткән донъя чемпионатын юғары баһаланы

 

Шуны билдәләргә кәрәк, был ҡатнашыусылары һәм ойоштороусылары коронавирус инфекцияһынан вакцинациялауҙың тулы курсын үткән беренсе ҙур сараға әйләнде.

 – Ниһайәт, ошондай ҙур, сағыу спорт сараһының илебеҙҙә үткәрелеүенә өлгәштек,  – тине Радий Хәбиров. – Ике йыл буйы көрәш буйынса донъя чемпионаты ойошторолманы. Уның Башҡортостанда үткәрелеүе – беҙҙең өсөн оло яуаплылыҡ һәм ғорурлыҡ. Беҙ 54 илдән бер мең атлет менән осрашыуға ныҡлы әҙерләндек. Беҙ күп төҙөйбөҙ: Өфөлә гимнастика үҙәген, футбол манежын төҙөүҙе тамамлайбыҙ, Спорт көрәше үҙәген күтәреүгә тотонасаҡбыҙ, волейбол үҙәге проектын әҙерләнек һәм фехтование һарайын төҙөүҙе планлаштырабыҙ. Бындай спорт объекттары атлеттарыбыҙға хөрмәт йөҙөнән. Берләшкән көрәш донъяһы президенты, Халыҡ-ара Олимпия комитетының допинг буйынса комитеты етәксеһе Ненад Лалович Өфөлә донъя беренселеген ойоштороуға ҙур баһа бирҙе.

 – Беренсе тапҡыр Рәсәйҙә планета кимәлендәге масштаблы турнир үткәрелә. Был юҡҡа түгел, сөнки Башҡортостанда спорт көрәше йолалары көслө, – тине Ненад Лалович.

Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Алексей Морозов Башҡортостандағы өс мең көрәшсенең яртыһының спорт разряды барлығы хаҡында әйтте.

- Был республикалағы спортсылар әҙерлегенең юғары сифатлы кимәле хаҡында һөйләй, – тине Алексей Морозов. – 12 башҡорт спортсыһы илдең милли йыйылма командаһына ҡарай. Уларҙың әҙерлеге менән 65 юғары класлы тренер мәшғүл. Һәм әлеге беренселек – үҙебеҙҙә көрәштең иң яҡшы тәжрибәләрен өйрәнеүҙең шәп мөмкинлеге. Был – һәр тренер өсөн ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ тәжрибә.

Берләштерелгән көрәш донъяһы вице-президенты, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили Өфөләге юниорҙар араһындағы беренселектең үҙенсәлектәре хаҡында әйтте.

– Бөгөн Өфөлә сығыш яһаған спортсылар өс йылдан Париждағы Олимпиадала үҙҙәренең милли йыйылма командаһы намыҫын яҡлаясаҡ. Беҙ хәҙер үк буласаҡ чемпиондарҙы күрә алабыҙ, - тине Михаил Мамиашвили. – Башҡортостанға килгәндә, совет осоронан алып бында ҡеүәтле көрәш мәктәбе бар. Билдәле тренер Владимир Борман әллә күпме чемпион һәм призлы урындарҙы яулаған спортсыларҙы тәрбиәләне. Һәм бөгөн Радий Фәрит улы Хәбировтың мәктәптәрҙә көрәштең булдырыуы – бик мөһим һәм ҙур мәғәнәгә эйә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас