Канализация коллекторы "Затон-Восточный" биҫтәһендәге насос станцияһынан ҡала канализация таҙартыу ҡоролмалары майҙансығына тиклем һуҙыласаҡ.
Объект "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, "Стимул" программаһы буйынса төҙөлә.
Подрядсы ойошма - "Донаэродорстрой" йәмғиәте. Тәүге этапта - ер эштәре, котлован ҡаҙыу, унан һуң нигеҙ һалыу, кәртә-конструкцияларҙы ҡороу башҡарыла. Торбалар бар талапты үтәп урынлаштырыла.
Был - ҙур инфраструктура проекты.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.