

Бөгөн ирекле көрәш буйынса ярыштың икенсе көнө. Беҙҙең илдән ике спортсы финалға сыҡҡайны. 57 килограмм ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған Рамаҙан Баһаутдинов һуңғы минуттарҙа еңеүгә өлгәшеп, барлыҡ «Өфө-аренаны» шаулатты. Түбәндәге видеояҙмала яҡташыбыҙҙың еңеүе менән ҡыҫҡаса таныша алаһығыҙ.
Шулай уҡ 70 килограмм ауырлыҡ категорияһында Шамил Мамедов Әзербайжандан Европа беренселеге еңеүсеһен ҙур өҫтөнлөк менән еңде. Ә яҡут көрәшсеһе Станислав Свинобоев «бронза» яулап ҡыуандырҙы. Үкенескә ҡаршы, ҡалған көрәшселәребеҙ миҙал өсөн көрәшеүҙән тороп ҡалды.