Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Август 2021, 05:57

Ике егетебеҙ финалға сыҡты!

Спортсыларыбыҙға уңыштар юлдаш булһын!

Ике егетебеҙ финалға сыҡты!Ике егетебеҙ финалға сыҡты!
Ике егетебеҙ финалға сыҡты!

 

Ирекле көрәш буйынса ярыштың тәүге көнөндә ике спортсыбыҙ финалға үтә алды. 57 килограмм ауырлыҡ категорияһында Рамаҙан Баһаутдинов Әзербайжан спортсыһы Нураддин Наурузовты еңеүгә өлгәште. Рамаҙан «алтын» өсөн Төркиәнән Мөхәммәт Каравус менән көрәшәсәк. 

65 килограмм ауырлыҡ категорияһында Шамил Мамедов ярымфиналдың тәүге өлөшөндә Иран спортсыһы Сәйетхәсән Эбадимерметиға еңелеп килә ине, икенсе раундта үҙен ҡулға алып, бер-бер артлы бер нисә мәрәй яулай алды һәм еңеп сыҡты. Ул финалда Әзербайжандан Зиратдин Байрамов менән алышасаҡ.  

70 килограмм ауырлыҡ категорияһында яҡташыбыҙ Станислав Свинобоев Әзербайжандан Европа чемпионына еңелде. Бөгөн ул өсөнсө урын өсөн Молдавиянан Станислав Новак менән көрәшәсәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас