Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Август 2021, 10:06

“Сәләмәт ауыл” проекты дауам итә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республиканың муниципаль берәмектәрендә 28 июлдә башланған “Сәләмәт ауыл” проекты дауам итә. Маҡсаты – төбәктәге ауылдар араһында яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинацияланған халыҡ һанын арттырыу юлы менән коллектив иммунитет тыуҙырыу.

“Сәләмәт ауыл” проекты дауам итә“Сәләмәт ауыл” проекты дауам итә
“Сәләмәт ауыл” проекты дауам итә

Сарала ҡатнашҡан ауылдар араһында 24 еңеүсе билдәләнәсәк (ауылдар халыҡ иҫәбе буйынса дүрт категорияға бүленә).

Еңеүселәр аҡса менән бүләкләнәсәк: беренсе урынға сыҡҡан тәүге дүрт еңеүсенең һәр береһенә 450-шәр мең һум, икенсе урынды алған һигеҙ ауылға 400-әр мең һум, 12 ауылға 350-шәр мең һум аҡса биреләсәк.

Шулай уҡ ауылда вакцинация өсөн яуап биргән медицина хеҙмәткәрҙәре, әүҙем йәмәғәтселәр ҙә дәртләндереләсәк.

Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн премия күләме 15 мең һум булһа, йәмәғәтселәр өсөн – 10 мең һум.

25 медик һәм шунса уҡ әүҙем йәмәғәтсе бүләкләнәсәк.

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас