

Бөгөн Берләшкән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович һәм Рәсәй Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили Өфөгә килде. Ненад Лалович көн дауамында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашасаҡ, Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәген ҡараясаҡ.
Иртәнсәк «Өфө-арена» боҙ һарайында спорт көрәшенең олимпия дисциплиналары буйынса ярыштар башланды: бөгөн һәм иртәгә – ирекле көрәш, 18-20 августа – ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса бәйге уҙасаҡ, чемпионат 20-22 августа грек-көрәше менән тамамланасаҡ. Сараны асыу тантанаһы иртәгә төшкө сәғәт дүрттә үтәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 һәм 14 августа Өфөлә грэпплинг, грэпплин-ги буйынса ярыштар уҙҙы. Ике көндә илебеҙ спортсылары 39 алтын, 24 көмөш һәм 23 бронза миҙал яулауға өлгәште. Наградалар һаны буйынса Ҡаҙағстан икенсе урында, уларҙың иҫәбендә 18 алтын, 23 көмөш һәм 22 бронза.
Фото: Александр Орешников