

Башҡортостанда күләмле вакциналау дауам итә, төбәккә дөйөм 1 253 448 беҙҙең ил вакцинаһы алынған. 16 авгусҡа ҡарата 1 057 546 миллион кеше прививканың – тәүге компонентын, 849 849 мең кеше икенсе компонентын яһатҡан. Бөгөнгө Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын 290 кеше йоҡторған, дөйөм һан – 52 590 мең кеше. Йәмғеһе 47 998 кеше һауыҡҡан, уҙған тәүлектә – 42. Дауаханаларҙа 4 525 инфекция койкаһы ҡуйылған, буш койка фонды 13,7 процент тәшкил итә.
Башҡортостан табиптары Үзбәкстанға ярҙамға юлланған, улар COVID-госпиталдәрҙең эшен ойоштороу буйынса тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Быға тиклем беҙҙекеләр Амур һәм Владимир өлкәләрендә, Ҡарәсәй-Черкес республикаһында, Абхазия һәм Ҡырғыҙстанда эшләп ҡайтҡайны.
– Беҙҙең табиптар ауыр эш башҡара, бына әле улар өсөнсө тапҡыр сит илгә ярҙамға йүнәлә. Абхазия, Ҡырғыҙстанда эште ойошторҙолар, хәҙер – Үзбәкстан, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең табиптарҙың тәжрибәһе иғтибар үҙәгендә булыуы ҡыуаныслы күренеш.
Башҡортостан Башлығы COVID-19 буйынса тикшереүҙәр һанын кәметкәҫкә, юғары кимәлдә тоторға ҡушты. Пандемия осоронда барыһы 3, 65 миллион ПЦР-тест яһалған, һуңғы тәүлектә – 3,5 мең.