Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Августа 2021, 06:11

38 йәшлек Артур Вәлиевты табыуҙа ярҙам һорайҙар!

Туймазы районының Собханҡол ауылында уны әсәһе көтә.

38 йәшлек Артур Вәлиевты табыуҙа ярҙам һорайҙар!38 йәшлек Артур Вәлиевты табыуҙа ярҙам һорайҙар!
38 йәшлек Артур Вәлиевты табыуҙа ярҙам һорайҙар!

 

Ирҙе хоҡуҡ һаҡсылары һәм «Лиза Алерт» ирекмәндәре эҙләй. Артур оло йәштәге әсәһенә һуңғы тапҡыр 27 июлдең кисендә шылтырата:

– Ул Туймазыға барып киләм тип, сығып киткәйне. Үҙе менән телефон ғына алды, паспорт, документтары өйҙә ҡалған. 27 июлдә киске сәғәт һигеҙҙә ниндәйҙер дуҫ ҡыҙына ҡунаҡҡа туҡталыуы тураһында шылтыратып хәбәр итте. Борсолмауымды һораны. Икенсе көнөнә бөтөнләйгә юғалды. Телефоны менән бәйләнеш өҙөлдө. Аҙыраҡ йөрөр-йөрөр ҙә ҡайтыр, тип көттөк. Юҡ, ҡайтманы, 7 августа полицияға хәбәр иттек, кисә ирекмәндәр ярҙамға ҡушылды, – тип һөйләй ирҙең әсәһе Хәлиҙә.

Әсәһе әйтеүенсә, юғалырынан бер аҙна алдан ир Себерҙән вахтанан ҡайтҡан булған. Быға тиклем өс көндән артыҡ өйҙән сығып йөрөмәгән.

Артур Вәлиевтың билдәләре: буйы – 165 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, сәстәре һоро, күҙҙәре зәңгәр, яурынында арыҫлан төшөрөлгән татиуровка бар. Юғалған көндә күлдәк, йәшел төҫтәге салбар һәм ҡара кроссовки кейгән булған.

Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белһәгеҙ,  8(800)700-54-52 («Лиза Алерт») йә 112 телефон һандары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас