Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Август 2021, 10:40

Тарихта шундай ваҡиға бар...

Бөгөн, баҡһаң, Рәсәйҙә чеклы хосусилаштырыуға старт бирелгән көн икән. 1992 йылдың 14 авгусында Борис Ельциндың ошо туралағы указы сыҡҡан.

Тарихта шундай ваҡиға бар...Тарихта шундай ваҡиға бар...
Тарихта шундай ваҡиға бар...

Хосусилаштырыу (приватизация) – дәүләт милкен шәхси ҡулдарға һатыу процесы ул. Бигерәк тә сәнәғәт предприятиеларының һатылыуы халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Предприятиелар ғына түгел, ә колхоз-совхоздар ҙа, ер ҙә, торлаҡ фонды ла пыран-заран килтерелде.

Бәләкәй ойошмаларҙы (сауҙа, көнкүреш хеҙмәте һ.б.) һатыуҙы хөкүмәт Юғары Советтың хосусилаштырыу программаһын хуплағанын көтөп тә тормаҫтан башлаған. Йәғни, 1992 йылдың башында уҡ (программа июндә раҫланған). 1994 йылдың 1 ноябренә сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү ойошмарының 70 процентҡа тиклеме хосусилаштырылған булған инде.

1992 йылдың 1 октябренән халыҡҡа приватизация чектары – ваучерҙар бирелә башлаған. Хосусилаштырыуҙан берәй файҙа күрҙегеҙме?

 

Фото: Т. Аманов.

Тарихта шундай ваҡиға бар...
Тарихта шундай ваҡиға бар...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас