Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Август 2021, 14:08

Коронавирус инфекцияһы буйынса статистика

Ковид менән ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбе 52 014-кә етте (кисә 51 730 ине). Һуңғы тәүлектә уларға тағы ла 284 кеше өҫтәлде. Стационарҙарҙа 670 кеше ята, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәнерәктәр - 398  пациент (418). Ауыр хәлдә - 60 кеше, һигеҙ кеше үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған.

Коронавирус инфекцияһы буйынса статистикаКоронавирус инфекцияһы буйынса статистика
Коронавирус инфекцияһы буйынса статистика

2 545 кеше дауаланыу курсын өйҙә үтә (шул иҫәптән 60 йәштән өлкәнерәк 826 пациент).

Тәүлек эсендә 395 кеше һауығып, аяҡҡа баҫҡан (пандемия башланғандан алып, һауығыусылар һаны 47 905 кеше).

Ковидтан туғыҙ кеше һәләк булған (бөтәһе - 894 кеше, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәнерәк - 714 кеше).

Тәүлек эсендә 132 пневмония менән ауырыу осрағы асыҡланған, 136 пациент был ауырыуҙан һауыҡҡан.

Республикаға Covid-тан 1 188 098 доза вакцина килгән.

1 052 487 кеше (төбәккә килгән вакцинаға ҡарата 88,5%) беренсе компоненты менән вакцинацияланған.

Ике компоненты менән дә 839 523 кеше вакцинацияланған.

Тәүлек эсендә 28 403 кеше прививка яһатҡан (1-се ком. - 13 241, 2-се ком. - 15 162).

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас