

Ярай ҙа, былай ғына китеп юғалһа... Ҡатын илар-илар ҙа, булманы, тип нисек тә осраҡлы һөйәрен онотор ине. Ләкин ул бит ҡунаҡсыл хужабикәнең ҡиммәтле биҙәүестәрен, гаджеттарын да алып сығып киткән. Ҡатын быны, әлбиттә, бер нисек тә кисерә алмаған, полицияға мөрәжәғәт иткән.
Оператив-эҙләү саралары барышында ирҙе эҙләп тапҡандар. Сибайҙа йәшәгән бур ир өйләнгән кеше бит әле ул.
Ул ғәйебен танған. Урланған планшетты, биҙәүестәрҙе, кеҫә телефонын ломбардҡа тапшырып, яҡынса 60 мең һум аҡса "эшләгән".
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.