Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Август 2021, 12:05

Барлыҡ иҫке мәктәптәр ҙә ремонтланасаҡ

Ил Президенты шундай бурыс ҡуйған. Башҡортостанда нисә мәктәпкә капиталь ремонт талап ителә икән?

Барлыҡ иҫке мәктәптәр ҙә ремонтланасаҡБарлыҡ иҫке мәктәптәр ҙә ремонтланасаҡ
Барлыҡ иҫке мәктәптәр ҙә ремонтланасаҡ

Бөгөн Өфөлә мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе бара. Быйыл уның темаһы: “Мәғлүмәт дәүерендә балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләү һәм социалләштереү”.

Сарала Радий Хәбиров та ҡатнаша. Уның белдереүенсә, беҙҙә 365 мәктәпкә капиталь ремонт талап ителә.

Владимир Путин ҡушыуы менән 2026 йылға тиклем барлыҡ иҫке мәктәптәр төҙөкләндереләсәк.

Республикала быйыл ремонтҡа 400 миллион һум аҡса бүленгән. Уға ете мәктәпте яңыртҡандар. Ә дөйөм алғанда, йылына 50-ләп уҡыу йортон төҙөкләндерергә кәрәк буласаҡ.

 

Фото Аиф.Уфа

Барлыҡ иҫке мәктәптәр ҙә ремонтланасаҡ
Барлыҡ иҫке мәктәптәр ҙә ремонтланасаҡ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас