Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Август 2021, 06:35

Изге күңелле Ибраһимовтар

Тәбиғәттә ут сығыуҙың беренсе көндәренән үк Оло Әбеш ауылында Нурсилә һәм Рифат Ибраһимовтарҙың йортонда янғын һүндереүселәрҙе, ирекмәндәрҙе туҡландырыу ойошторолған.

Изге күңелле ИбраһимовтарИзге күңелле Ибраһимовтар
Изге күңелле Ибраһимовтар

Әйтергә кәрәк, уларҙың ғаиләләре бәләкәй булмаһа ла, сит яҡ тарафтарҙан килгән кешеләргә лә урын табып, бында барыһы ла эҫе сәй, йылы аш, төрлө ашамлыҡтар менән тәьмин ителә.


– Ошондай көтөлмәгән бәлә – урман янғындары сыҡҡас, күршебеҙ Алһыу Аҡъюлова менән кәңәшләшеп, үҙебеҙҙә туҡланыу пункты булдырырға булдыҡ. Тәүге көндәрҙән ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, ирекмәндәр янғын һүндереүҙә ҡатнашыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтте. Һәр кем тырышып эшләй, ысын күңелдән ярҙам итергә тырыша, шулай уҡ алыҫ яҡтарҙан килгәндәргә йоҡларға урын да тәҡдим итәләр, – ти хужабикә Нурсилә Ибраһимова.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас