Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Август 2021, 18:36

Башҡортостан интернетта халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса илдә алдынғылар рәтендә

«Диалог» ойошмаһы етәксеһе Алексей Гореславский Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе.

Башҡортостан интернетта халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса илдә алдынғылар рәтендәБашҡортостан интернетта халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса илдә алдынғылар рәтендә
Башҡортостан интернетта халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса илдә алдынғылар рәтендә

 

Граждандар һәм хөкүмәт араһындағы һанлы диалог операторы етәксеһе белдереүенсә, республикалағы тәжрибә башҡа төбәктәргә үрнәк. Осрашыуҙа яҡтар республика һәм муниципаль органдарҙың социаль селтәрҙәрҙә граждандар мөрәжәғәттәрен оператив хәл итеү тураһында һүҙ барҙы.

Алексей Гореславский етәкләгән ойошма шулай уҡ Рәсәйҙә Төбәк менән идара итеү үҙәктәре булдырыу һәм үҫтереү буйынса оператор булып тора. Бөгөн ул Өфөлә Республика менән идара итеү үҙәге эшмәкәрлеге менән дә ҡыҙыҡһынды.

Башҡортостанда үҙәк үткән йылдың ноябрендә эш башланы һәм ул халыҡ мөрәжәғәте, ялыуҙар һәм проблемаларҙы оператив хәл итеүгә махсуслашҡан. Комплекс шулай уҡ «Инцидент-менеджмент», Агросәнәғәт комплексы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге Регент платформаларын берләштерә.

Йыл аҙағына тиклем төрлө тармаҡты күҙәтеүсе тағы ла йөҙ мәғлүмәти панель ҡушыу планлаштырыла. Алексей Гореславский тотош республиканың һанлы комплексы эшен юғары баһалап, Республика менән идара итеү үҙәге тәжрибәһе федераль масштабҡа лайыҡлы тип билдәләне.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас