

Иң тәүҙә Белорет районынан өс егет Әбйәлил районының Асҡар ауылынан 22 йәшлек йәш ҡатынды урлайҙар. Уны "ВАЗ-2106" салоны эсенә көсләп индереп ултыртҡас, ауыл ситенә алып китәләр ҙә, егеттәрҙең береһе ҡурҡҡан ҡатындан 31 йәшлек апаһының ҡайҙалығын төпсөнә башлай.
Асыҡланыуынса, егет шул 31 йәшлек ҡыҙ менән осрашып йөрөгән булған. Яңыраҡ улар ташлашып, ҡыҙ ҡайҙалыр сығып китә. Һеңлеһенән апаһы тураһында мәғлүмәт ала алмағас, өс егет йәш ҡатындың ирен урларға йүнәлә. Юлда осраған ирен, 23 йәшлек водителде, машинаһы эсенән һөйрәтеп сығарып, уның «Форд Фокус» машинаһына хужа булып, йәнә ситкә юлланалар ҙа, төпсөнөүҙәрен дауам итәләр. Ҡурҡҡан йәш ир менән ҡатын 31 йәшлек ҡыҙҙың ҡайҙалығын белмәйбеҙ, бәлки Өфөләлер, тигәс, ике егет уларҙы баш ҡалаға алып китә, береһе Белорет районында ҡала.
Тиҙҙән 23 йәшлек егет үҙенең 27 йәшлек иптәше менән Өфөлә 31 йәшлек ҡыҙҙы эҙләп таба. Уны ла урлап, «Форд» салонына индереп ултырталар. Өфөнән ҡайтырға йыйынған мәлдәрендә йәш ир менән ҡатын машинанан сығып ҡасып, полицияға мөрәжәғәт итәләр.
Оперативниктар иң тәүҙә Белорет ҡалаһында тороп ҡалған 24 йәшлек егетте, "ВАЗ-2106" машинаһы хужаһын, тоталар. Шулай уҡ 27 йәшлек егетте лә ҡулға алалар. Өфөнән ҡайтышлай дуҫы уны юл уртаһында төшөрөп ҡалдырып, үҙе һөйгәне менән билдәһеҙ яҡҡа сығып китә. Бер аҙҙан уның ҡайһы тарафтарҙа йөрөүе асыҡлана: 23 йәшлек егет Ауырғазы районында магазин һатыусыһына боросло баллончиктан һиптереп, аҙыҡ-түлек, кассанан 1800 һум аҡса урлай.
Аҡсаны ул бензинға тотона.
Урланған «Форд Фокус»ты Ҡырмыҫҡалы районында эҙләп табып, 23 йәшлек егетте ҡулға алалар, ҡурҡҡан 31 йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡаралар.
Кеше урлау буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Шулай уҡ магазинды талау буйынса ла енәйәт эше асылған.
Егеттәрҙең 12 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүҙәре мөмкин, тип яҙа БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәтенән Ф.Әхмәтов.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.