

Вице-премьер – республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, прививка кампанияһы башланғандан алып төбәк үҙебеҙҙең илдә эшләнгән 1 188 098 дозаны алған. 11 авгусҡа беренсе компонент менән 1 018 143 кеше вакциналанған, икенсеһе менән – 799 225 кеше.
Үткән аҙнала вакцинация буйынса иң алда Балтас үҙәк район дауаханаһы булған.
Төбәк башлығы COVID-госпиталдәрҙе тикшерергә ҡушты (санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү, дарыуҙар менән тәьмин ителеүҙәре буйынса).
БР Мәғариф министры Айбулат Хажин, һуңғы аҙна-ун көндә балалар һауыҡтырыу лагерҙарында COVID-19 менән күпләп сирләүселәр юҡ, тип белдерҙе. Ҡайһы бер балалар ауырып китеү менән оператив саралар күрелгән.
Мәктәптәрҙең 48 проценты уҡыу осорона әҙерлек паспортын алған. Был эште бөтә мәғариф учреждениелары ла 16 авгусҡа тиклем тамамларға тейеш.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.